01 02

12 мая 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!

Тимербаев Малик һәм Аллаярова Алина - буласаҡ журналистар!

Аллаярова Алинаның иншаһы "Йәншишмә" гәзитендә баҫылып сыҡты. Афарин, Алина!



 “                    
      “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!”
    Минең өләсәйемдең атаһы Сабирйән Наиб Борһан улы Бөйөк Ватан һуғышынан аяҡһыҙ ҡайтҡан. Ул көндәлек алып барған. Унда ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙылған: 9-нсы май, 1945 йыл. Шаршамбы. 9-сы майға ҡаршы төнгө сәғәт 2 –лә радио аша хәбәр килде: “Германияның командованиеһы еңелеүен таныған! Бөгөн бөтә Советтар илендә шатлыҡлы Еңеү байрамы!”
   Минең ғаиләнән 4 кеше һуғышта көрәшеп иҫән ҡайтҡандар. Улар беҙгә тыныс тормош өсөн күп көс, ҡан түккәндәр.
   Беҙ был турала бер ҡасан да онотмайынса лайыҡлы тормошта йәшәргә тейешбеҙ!
                                                                 Аллаярова Алина , 2 б класс уҡыусыһы