01 02

НАУЧНО-ПРАКТИЧЕСКАЯ КОНФЕРЕНЦИЯ (ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ)

"Уйнайыҡ та, көләйк тә..."
 (Башҡорт һәм рус халыҡ уйындарын сағыштырыу)
Авторы: Мөхәмәтйәнов Нияз, 3 А класы уҡыусыһы

ТЕЗИСТАР
   Һаумыһығыҙ, мин Мөхәмәтйәнов Нияз, 3А класында уҡыйым. Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Уйнайыҡ та, көләйек тә...» тип аталған тикшеренеү эшемде тәҡдим итәм. Кеше донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт – йәшәүҙең төп нигеҙе. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, эшләй. Һәр милләттә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерҙе ваҡытта беҙҙең арала элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу аша уларҙың әле лә уйналыуына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Ошо проблема беҙҙең “Уйнайыҡ та, көләйек тә…” тип аталған тикшеренеү эшенең  актуаллеген билдәләй.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм  мәсьәләләре слайдта бирелгән. Тикшеренеү эшенең предметы – уйындар. Тикшеренеү эшенең объекты – башҡорт һәм рус халҡының ауыҙ-тел ижады.
    Әкиәттәрҙән, эпостарҙан күренеүенсә уйындар халыҡ тормошонда бик ҙур урын алып торған. Балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу өсөн төрлө уйындар уйнатҡандар. Халыҡ уйындары, ике ҙур төркөмгә бүленә: драмалы (сюжетлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар.
   Халыҡ араһында киң таралған уйындарҙы ҡарап үтәйек. Уйын ҡоралын ҡулланыуҙан сығып, уларҙы төрлө төркөмдәргә бүлеп була. Улар слайдтарҙа бирелгән.
     Хәҙер мин эшемдең практик өлөшөнә күсәм. Минең класта төрлө милләт балалары уҡый. Иң күбе – рус милләтле уҡыусылар. Шуға күрә мин башҡорт халыҡ уйындарын рус халыҡ уйындары менән сағыштырып ҡарарға булдым. Рустар башҡорттар менән бергә ҡатышып йәшәгәс, уларҙың уйындары ла бер төрлөрәк булып киткәндәр. Мәҫәлән:
“У медведя во бору” уйынында уйнаусылар араһынан айыу һайланыла, өң билдәләнелә. 20-25 метр тирәһендә балалар йәшәгән өй. Улар өйҙән сығып:
 У  медведя  во бору
 Грибы, ягоды беру.
 А медведь сидит
  И на нас рычит. – тигәндән һуң, айыу үкереп балаларҙы баҫтыра. Башҡорттарҙың “Айыу-бүре юҡ икән” тигән уйынға оҡшаш.
  Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям
  Әсәйемә бүләккә.
  Бында еләк күп икән,
  Айыу-бүре юҡ икән.
   Шулай оҡшаш уйындарҙан  “Гуси-гуси”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар ҡайтығыҙ”  балалар араһында бик яратып уйнала. Рус халыҡ уйынындағы диалог рәүешендә  бирелгәне һүҙгә бай.
-- Гуси, гуси!                   -Ҡаҙҙар,  ҡаҙҙар,  ҡайтығыҙ!
-- Га – га – га.                  – Беҙ  ҡайтырға  ҡурҡабыҙ.
-- Есть хотите?                -  Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?
-- Да – да – да!                -  Яман күҙле бүренән!
-- Ну, летите!                 -  Бүре ни  эшләп  ултыра?
-- Нет!  Нет!  Нет!          -  Тешен ҡайрап  ултыра,
-- Серый волк                    Беҙҙе тешләп  үлтерә.
    Под горой                    -  Дәртегеҙ  булһа,
     Не пускает                     Осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ!
     Нас домой!
-- Ну, летите,
    Как хотите,
    Только крылья
    Сберегите!
   Ошоноң кеүек оҡшаш уйындар күп.  “Бесәй менән сысҡан” – “Кошки и мышки”; “Турғайҙар һәм бесәй” - “Птички и собака”; “Мы – веселые ребята” – “Беҙ – күңелле балалар”; “Аҡ  тирәк,  күк  тирәк” – “Цепи”;  “Буяу  һатыш” – “Краски”  уйындарында балалар күмәкләп уйнайҙар. “Аҡ тирәк,  күк  тирәк”  уйынын рус  уйыны  “Цепи”   менән сағыштырып ҡарайыҡ.
- Аҡ  тирәк,  күк  тирәк,
 Беҙҙән  һеҙгә кем  кәрәк?
- Беҙгә  Марат  кәрәк! – тигәнгә  Марат  ҡаршы  төркөмгә  йүгереп  ҡулға-ҡул тотоношоп  торған  араны  өҙөргә  тейеш  һәм  үҙҙәренең  төркөмөнә  бер  уйнаусыны  алып  ҡайта.  Өҙә алмаһа,  шул  яҡта  тороп  ҡала.
    Рус уйыны  “Цепи”ла  шулай  уҡ  ике  төркөмгә  бүленеп  етәкләшеп  торалар,  ҡаршы  әйтешәләр.
-         Цепи.
-         Кованые.
-         Раскуйте нас.
-         На кого?
-         На брата моего.
-         Как  звать?
-         Антоном. 
     Исеме  сыҡҡан  бала  ҡаршы  төркөмгә  йүгерә.
    Шулай   уҡ рус уйындарының  ҡайһы  берҙәре  күсермә  рәүештә  башҡорт   уйындары  араһына  кергән.  Мәҫәлән: “Каравай” – “Аҡ ҡалас” – тыуған  көндәрҙә  хәрәкәттәр  менән  йырланыла. Ул тәүҙә тик тыуған көндәрҙә генә йырланылһа, аҙаҡҡа ҡарай балалар уйынына әйләнеп киткән.
             “Каравай”
Как на Танины именины
Испекли мы каравай:
Вот такой вышины!
Вот такой низины!
Вот такой ширины!
Вот такой ужины!
Каравай, каравай,
Кого хочешь выбирай!
         “Аҡ  ҡалас”
Зиләнең тыуған көнөнә
Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас:
Бына шундай бейек ул!
Бына шундай тәпәшәк!
Бына шундай киңлектә!
Бына шундай тарлыҡта!
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Теләгәнеңде ал да ҡас!
Тағы ла башҡорт һәм рус халыҡ  уйындарын  сағыштырып  уртаҡ  яҡтарын  табырға  мөмкин.  Әле тикшерелеп  киткән уйындар   минең  өсөн  яҡшы  таныш,  мин  уларҙы  дуҫтарым менән уйнайым.
Шулай уҡ, мин үҙемдең класташтарым араһында анкета үткәрҙем. Уҡыусылар түбәндәге һорауҙарға яуап бирҙеләр:
1.     Һеҙ уйындар яратаһығыҙмы?
2.     Ниндәй уйындар уйнарға яратаһығыҙ?
3.     Ниндәй башҡорт уйындарын беләһегеҙ?
4.     Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: уйындар беҙгә ни өсөн кәрәк?
Яуаптарҙы анализлағас, ошондай һығымталарға килдек:
Анкетала 23 кеше ҡатнашты. 22 кеше уйындар ярата, 1 кеше яратмай. 5 кеше спорт уйындарын ярата, 15 кеше хәрәкәтле уйындар ярата, 2 кеше – интернет уйындарын ярата. 3-сө һорауға төрлөсә яуап бирҙе: 6 кеше – үҫеү өсөн, 8 кеше – таҙа-сәләмәт булыр өсөн, 7 кеше – күңел асыу өсөн, тип яуап бирҙе. Башҡорт халыҡ уйындарына бик күп миҫалдар килтерҙеләр.

"Иртәгә һауа торошо ниндәй булыр?" 
(һынамыштарҙы тикшереү)
Авторҙары: 2 А класы уҡыусылары Садрыева Алһыу, Васикова Нурия
ТЕЗИСТАР

    Бер ваҡыт минең өләсәйем былай тине: “Быйыл миләш емештәре бик күп түгел, тимәк ҡыш йылы буласаҡ”. Мине был һүҙҙәр ҡыҙыҡһындырҙы, өләсәйҙән һораша башланым: “Нисек инде миләш ҡыш нидәй булырын әйтә ала?” Өләсәйем, ошондай һынамыш бар, тип әйтте. Мин үҙемдең класташым Нурия менән һынамыштарҙы тикшерергә булдым. Шулай итеп беҙҙең тикшеренеү эшенең темаһы килеп сыҡты.
     Хәҙерге заманда беҙҙе киләсәктә ниндәй һауа торошо буласағын билдәләү өсөн бик күп ысулдар бар. Метеорологтар барометр, термометр, флюгер һәм башҡа приборҙар ярҙамында һауа торошо тураһында мәғлүмәт йыялар. Синоптиктар улар нигеҙендә һауа торошон билдәләйҙәр. Ләкин, элек ундай приборҙар булмаған. Кешеләр төрлө үҫемлектәр, йәнлектәргә ҡарап һауа торошон билдәләгән. Шулай һынамыштар барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа,  һәр саҡ барометрҙар эргәлә булмаҫҡа мөмкин. Был осраҡта беҙгә халыҡ һынамыштары ярҙамға килә. Беҙҙең тикшеренеү эше темаһының актуаллеге шунда ла инде.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты, мәсьәләләре һәм гипотезаһы слайдта бирелгән.
Һынамыштарҙың төрҙәрен билдәләү өсөн, беҙ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына иғтибар иттек. Һәм шулай уҡ өләсәй-олатайҙарҙан да улар белгән һынамыштарҙы  һораштыҡ. Йыйылған һынамыштарҙы бер нисә төркөмгә бүлдек. Улар түбәндә бирелгән.
1.     Ҡоштар тураһында халыҡ һынамыштары нимә һөйләй?
-         Ҡара ҡарғалар ҡарҡылдаша икән – ямғыр була.
-         Сәүкәләр туплана икән – ямғырға.
-         Аҡсарлаҡтар күп йыуына икән – ямғырға.
-         Ҡоҙғон яҙ башында йыуына икән – тиҙҙән йылы була.
2.     Бөжәктәр бына нимә хәбәр итә.
-         Яҙын май ҡуңыҙы күпләп күренә икән, йәйен ҡоролоҡ көт.
-         Ҡырмыҫҡалар иләүен ҙур өйөп ҡорһа, ҡыш ҡаты була.
-         Бал ҡорттары кейәне асыҡ  ҡалдырһа, ҡыш йылы була.
3.     Йәнлектәр ҙә алдан әйтә ала.
-         Сысҡандар түшәгенән сығып, ҡар өҫтөндә йүгерә башлаһа – мәреүгә (оттепель).
-         Тейен ояны түбән ҡорһа – ҡыштың һыуыҡ булыуына, бейнк ҡорһа – йылы булыуына.
4.     Һауа торошоноң йылы булыу билдәләре.
-         Ҡайын еректән алда япраҡ ярһа, йәй ҡоро һәм йылы була.
-         Ҡара ҡарғалар иртә килһә, яҙ йылы була.
-         Яҙын йылғаларҙа һыу артмаһа, йәй эҫе була.
-         Ҡоштар китеүе һуңлаһа, йылы көҙ, йомшаҡ ҡыш көтөлә.
5.     Һауа торошоноң һыуыҡ булыу билдәләре.
-         Ҡоштар ояны ҡояшлы яҡҡа ҡорһа – һыуыҡ йәйгә.
-         Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа – ҡаты ҡыш көтөлә.
-         Көҙөн ҡайын менән имәндән япраҡтар бөтөнләй ҡойолоп ҡойолоп бөтһә – ҡаты ҡыш көт.
-         Йәйен сәүкәләр борсоулы ҡысҡырышһа – ямғырға.
6.     Һауа торошоноң яҡшырыу билдәләре.
-         Ел тынып, йүнәлешен үҙгәртә.
-         Ҡояш байыр алдынан күк йөҙөнөң көнбайыш яртыһында болот булмай.
-         Көндөң икенсе яртыһында йәйғор күренә.
-         Аҡ акация сәскәләрендә бөжәктәр ураланмай.
7.     Йыл айҙарына бәйле һынамыштарҙы айырым йыйҙыҡ.
-         Февралдә һыуыҡ булһа, авгут йылы булыр.
-         Апрель артыҡ йылы булһа – май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
-         Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
-         Мартта йылы булһа, йәй һалҡын була.
8.     Беҙҙең дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа һауа торошон билдәләй беләләр икән.
-         Бесәй бүрәнә тырнаһа – көн боҙола.
-         Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр йә буран булыр.
-         Бесәй һыу эсһә, ямғыр булыр.
-         Бесәй юғары менеп ятһа – һалҡынға.
-         Эт аунаһа – ямғырға.
-         Эт ҡарҙа аунаһа, көн аяҙ була.
   Һынамыштарға кешеләрҙең ҡарашы ниндәй икән һуң? Ышанамы икән уларға? Быны асыҡлар өсөн, беҙ үҙебеҙҙең класташтар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында анкета үткәрҙек. Улар анкетаның түбәндәге һорауҙарына яуап бирҙеләр:
1.     Ни өсөн һынамыштарҙы белергә кәрәк?
2.     Һеҙ ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
3.     Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һынамыштарға ышанырға кәрәкме?
Яуаптарҙы анализлағас, ошондай һығымталарға килдек: анкета һорауҙарына 48 кеше яуап бирҙе. Беренсе һорауға 4 кеше – белмәйем, тине. 44 кеше – һынамыштар һауа торошон билдәләр өсөн кәрәк, тип яуапланы.  Икенсе һорауға улар төрлөсә яуап бирҙе:
-         Ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр буласаҡ.
-         Эт ояһынан сыҡмаһа, һыуыта.
-         Бесәй бөгәрләнеп ятһа, һыуыта һ.б.
Өсөнсө һорауға 8 кеше – юҡ, 40 кеше – эйе, тип яуап бирҙе.
   Эштең гипотезаһын раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн, беҙ Тәбиғәт календары тултырҙыҡ. Унда бер нисә һынамыш яҙып, уларҙы тикшерҙек. Бесәй һәм эт менән бәйле булған һынамыштарҙы һайларға тырыштыҡ, сөнки икебеҙҙә лә бесәй ҙә, эт тә бар. Мәҫәлән:
-         Ҡышын эт менән бесәй бөгәрләнеп ятһа һәм морондарын йәшерһә – һыуыҡҡа.
-         Бесәй бүрәнә тырнаһа – көн боҙола.
-         Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр йә буран булыр.
-         Бесәй юғары менеп ятһа – һалҡынға.
-         Эт аунаһа – ямғырға.
-         Эт ҡарҙа аунаһа, көн аяҙ була һәм башҡалар.
Беҙҙең тикшеренеү эшенең һөҙөмтәһе булып Тәбиғәт календарындағы таблица булды. Унда беҙ һынамыш раҫландымы, юҡмы икәнен яҙып барҙыҡ. 3 һынамыш раҫланды:
-         Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр йә буран булыр.
-         Бесәй юғары менеп ятһа – һалҡынға.
-         Ҡышын эт менән бесәй бөгәрләнеп ятһа һәм морондарын йәшерһә – һыуыҡҡа.







Комментариев нет :

Отправить комментарий