01 02

УЧИМСЯ РАБОТАТЬ С ТЕКСТОМ - ТЕКСТ МЕНӘН ЭШЛӘРГӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ










Ҡыҙылтүш

       Был  ҡошто  башҡа  бер  ҡош  менән  дә  бутап  булмай.  Кейемдәре  бигерәк матур  шул   уларҙың.  Күлдәге  ҡып-ҡыҙыл,  ә  бүреге  ҡара  төҫтә.  Беҙҙең яҡтарға  ул  көҙөн-ҡышын  ҡайта. Тәмле  миләште,  балан  емештәрен,  ағас  бөрөләрен ярата.
        Ҡыҙылтүш – ҡышлаусы  ҡош.  Ул  беҙҙең яҡҡа  октябрь  айҙарында  килә. Ҡыштың  икенсе  яртыһында  ҡыҙылтүш  көньяҡҡа  табан  осоп  китә.  Уны  башҡа яҡтарҙа  ла  көтәләрҙер. 
        Беҙҙең төбәк  төрлө  ҡоштарға  бик  бай.  Ҡышын  беҙ  уларға  ярҙам  итергә тейешбеҙ. 

һорауҙарға яуап бир:
1. Ҡыҙылтүште һүрәтлә.
2. Ҡыҙылтүш беҙгә ҡайһы айҙа килә? 
3. Ҡыҙылтүштәр нимә менән туҡлана? 
4. Текстан 10 исем күсереп яҙ.
5. Текстан алмаштарҙы күсереп яҙ. 
6. Аҫтына һыҙылған һөйләмдән эйә, хәбәрҙе генә күсереп яҙ.
7. Рус теленә тәржемә ит, яҙ:
Күгәрсен, аҡҡош, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға.

Комментариев нет :

Отправить комментарий