01 02

СОВМЕСТНО С РОДИТЕЛЯМИ (АТА-ӘСӘЛӘР МЕНӘН БЕРЛЕКТӘ)

    АТА-ӘСӘЛӘР МЕНӘН БЕРЛЕКТӘ БАШҠАРЫЛҒАН САРАЛАР


             "ДАРМАН"
  Уҡытыусы, ғаилә, йәмғиәт бала тәрбиәләүҙә хеҙмәттәшлек итһә генә, төрлө яҡлап үҫешкән, рухлы, ватансылыҡ тойғоһо формалашҡан шәхес тәрбиәләргә мөмкин. Уҡытыусы белем биреүсе, тәрбиәсе генә түгел, ә ата-әсәләрҙең тиң хоҡуҡлы партнеры булһа, ата-әсәләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла беҙҙең партнерыбыҙ. Шул йәһәттән ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, балаларҙа туған телдең илаһи моңдарына һөйөү уятыу, ысын күңелдән урғылған туған моң ярҙамында балаларҙы тәрбиәләү маҡсатында, ата-әсәләр менән берлектә инде икенсе йыл рәттән “Дарман” йыр бәйгеһе үткәрәбеҙ.

                                                            "ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ"

«Шәжәрәмдә тыуған ауылым, халҡым тарихының сағылышы» фәнни эшенең тезистары.
     Минең уйлауымса, үҙен башҡортмон тип һанаған һәр бер кеше башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен, моңло йырҙарын һәм, иң мөһиме, үҙенең ете быуынын – шәжәрәһен белергә тейеш. Бөгөнгө фәнни – ғәмәли коференцияға мин үҙемдең шәжәрәмде төҙөнөм һәм унда ауылым, халҡым тарихының сағылышын таптым.
    Эҙләнеү эшен алып барғанда үҙ алдыма ошондай маҡсаттар ҡуйҙым:           Быуындар араһында бәйләнеште, туғанлыҡты нығытыу, нәҫел тармаҡтарын барлау. Аралаштың, нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерҙе уятыу. Араның  затлы шәхестәренә һәм ауылда йәшәгән данлы шәхестәргә хөрмәт күрһәтеү.
     Беҙҙең заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үткән тарих менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, әбей-әсәйҙәрҙең аталарын, уларҙың кем булғанын,тамырҙарыбыҙ ҡайҙан башланғанын, нимә менән ул беҙҙең илде ғорур иткәнен белмәйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы онотабыҙ, тимәк үҙебеҙҙе юғалтабыҙ.
   
                                        "УРАЛ БАТЫР" 
эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе


2015 йылдың 11 мартында ҡалабыҙҙа "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр араһында бәйге үтте. Фотолар түбәндә:










Комментариев нет :

Отправить комментарий