01 02

13 июля 2015 г.

АТА-ӘСӘЛӘР МЕНӘН БЕРЛЕКТӘ

   
Уҡытыусы, ғаилә, йәмғиәт бала тәрбиәләүҙә хеҙмәттәшлек итһә генә, төрлө яҡлап үҫешкән, рухлы, ватансылыҡ тойғоһо формалашҡан шәхес тәрбиәләргә мөмкин. Уҡытыусы белем биреүсе, тәрбиәсе генә түгел, ә ата-әсәләрҙең тиң хоҡуҡлы партнеры булһа, ата-әсәләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла беҙҙең партнерыбыҙ.

УЧУ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК

10 июля 2015 г.

БЫЛАР ҠЫҘЫҠЛЫ



Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе – һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.

12 мая 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!

Тимербаев Малик һәм Аллаярова Алина - буласаҡ журналистар!

Аллаярова Алинаның иншаһы "Йәншишмә" гәзитендә баҫылып сыҡты. Афарин, Алина!



 “                    
      “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!”
    Минең өләсәйемдең атаһы Сабирйән Наиб Борһан улы Бөйөк Ватан һуғышынан аяҡһыҙ ҡайтҡан. Ул көндәлек алып барған. Унда ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙылған: 9-нсы май, 1945 йыл. Шаршамбы. 9-сы майға ҡаршы төнгө сәғәт 2 –лә радио аша хәбәр килде: “Германияның командованиеһы еңелеүен таныған! Бөгөн бөтә Советтар илендә шатлыҡлы Еңеү байрамы!”
   Минең ғаиләнән 4 кеше һуғышта көрәшеп иҫән ҡайтҡандар. Улар беҙгә тыныс тормош өсөн күп көс, ҡан түккәндәр.
   Беҙ был турала бер ҡасан да онотмайынса лайыҡлы тормошта йәшәргә тейешбеҙ!
                                                                 Аллаярова Алина , 2 б класс уҡыусыһы

29 апреля 2015 г.

"Ҡоштар ҡайта"(иншаға әҙерлек эше )

"Ҡоштар ҡайта" (инша яҙырға әҙерлек эше):
1. Яҙын иң беренсе булып беҙҙең яҡтарға ниндәй ҡоштар ҡайта?
2. Уларҙан һуң ниндәй ҡоштар ҡайта?
3. Ни өсөн беҙ ҡоштарҙы "ҡанатлы дуҫтарыбыҙ" тип йөрөтәбеҙ?
4. Ҡоштарҙың кешегә, тәбиғәткә килтергән файҙаһы тураһында яҙ.

28 февраля 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!!!


Бер төркөм өлкән синыф уҡыусылары баш ҡаланың алтаҡталарында башҡорт шағир­ҙары һәм яҙыусыларының әҫәр­ҙәренән өҙөктәр, ҡанатлы һүҙҙәрен күреп, һоҡланып ҡайтты. Улар өсөн был ҙур асыш булды. Ниңә халыҡҡа алданыраҡ еткерелмәне икән, тип тә аптыранылар.

2 февраля 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!!!

Егәрленең ҡулы етәү



     Был мәҡәлдең мәғәнәһенә иғтибар итәйек әле. Ундай кешеләр арабыҙҙа бар микән? Бөгөнгө донъяла заман  кешеһе нәҡ шундай булырға тейештер,  тип уйлайым. Ирина - беҙҙең  шундай егәрле ҡыҙҙарҙың береһе.

1 февраля 2015 г.

Учащимся 2-х классов - 2 класс уҡыусылары өсөн

Картинки по запросу внимание картинкиВниманию второклассников!!!
Вместо точек проставьте нужные слова и выучите предложения
Атайымдың атаһы миңә ………………….. була.

УЧИМ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК - БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘБЕҘ: Башҡортостанда 2015 йыл - әҙәбиәт йылы тип иғлан ...

УЧИМ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК - БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘБЕҘ:
Башҡортостанда 2015 йыл - әҙәбиәт йылы тип иғлан ...
: Башҡортостанда 2015 йыл - әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан 4 класс уҡыусылары араһында "Минең яратҡан китабым" тип ата...

УЧИМ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК - БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘБЕҘ: Афарин!!!

УЧИМ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК - БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘБЕҘ: Афарин!!!:        Башҡорт гимназияһының 9 а класы уҡыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡала фәнни-ғәмәли конференцияһында 1 урынға лайыҡ булды. ...

31 января 2015 г.

Картинки по запросу внимание картинки
Башҡортостанда 2015 йыл - әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан 4 класс уҡыусылары араһында "Минең яратҡан китабым" тип аталған иншалар бәйгеһе үтәсәк. Иң яҡшы эштәр ҡала гәзиттәрендә баҫтырыласаҡ. (В республике Башкортостан 2015 год объявлен Годом литературы. Среди учащихся 4 классов объявляется конкурс сочинений на тему "Моя любимая книга". Лучшие работы будут напечатаны в городских газетах)

6 класс уҡыусылары иғтибарына



Ҡылымды тикшереү тәртибе:

Афарин!!!

28 января 2015 г.

Башҡорт гимназияһының тырыш уҡыусылары




Ҡышҡы каникул ваҡытын бик отошло һәм күңелле үткәреп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Башҡортостан тәбиғәтенең был миҙгелдәге матурлығын әйтеп тормаһаҡ та ярайҙыр.

16 января 2015 г.

Илһам шишмәһе

Ҡотлайбыҙ! Беҙҙең уҡыусыбыҙ - Сөләймәнова Ильвинаның иншаһы "Йәншишмә"лә баҫылып сыҡты. Афарин!!! (16 ғинуар, 2015 №3)