01 02

2 февраля 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!!!

Егәрленең ҡулы етәү



     Был мәҡәлдең мәғәнәһенә иғтибар итәйек әле. Ундай кешеләр арабыҙҙа бар микән? Бөгөнгө донъяла заман  кешеһе нәҡ шундай булырға тейештер,  тип уйлайым. Ирина - беҙҙең  шундай егәрле ҡыҙҙарҙың береһе.
Ул Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһының 5-се класында белем ала. Өйҙә ул әсәһе, атаһы өсөн ярҙамсыл ҡыҙ, һылыуы Регинаға хәстәрлекле апай, ә гимназияла тырыш, эшһөйәр, уңған, һәләтле уҡыусы. Дәрестәрҙә  ул әүҙем, актив. Ә сәхнәлә ..., уны танып та булмай! Күптән түгел ҡалала уҙған “Башҡортостан ынйылары” конкурсында төп герой ролен башҡарып, беренсе урынды яулап ҡайтты. Фәнни эш менән дә шөғөлләнә. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап  ҡайта. Киләсәктә Иринаға тағы ла бейегерәк үрҙәргә менергә теләйбеҙ. Республикала ла үҙ исемеңде  ишеттер, Ирина! Уңыштар һиңә!

Комментариев нет :

Отправить комментарий