01 02

28 февраля 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!!!


Бер төркөм өлкән синыф уҡыусылары баш ҡаланың алтаҡталарында башҡорт шағир­ҙары һәм яҙыусыларының әҫәр­ҙәренән өҙөктәр, ҡанатлы һүҙҙәрен күреп, һоҡланып ҡайтты. Улар өсөн был ҙур асыш булды. Ниңә халыҡҡа алданыраҡ еткерелмәне икән, тип тә аптыранылар.

Үҙҙәренең уй-кисерештәрен бәләкәй дуҫтарына ла еткергәс, бергәләп «Мин башҡортса аңлайым» тигән проект төҙөргә ҡарар иттеләр. Был эшкә VIII синыфтан Миләүшә Сафина менән Алһыу Миңлемөхәмәтова, V синыфтан Ирина Суфиянова бигерәк тә әүҙем һәм ҙур теләк менән тотондо. Улар башланғыс синыф уҡыусылары менән Нефтекама урамдары буйлап сәйәхәткә сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалабыҙҙа башҡортса яҙылған алтаҡталар осраманы.
Бер аҙ кәңәшләшкәс, бындайҙарҙы үҙҙәре эшләргә булды. Тиҙҙән II синыф уҡыусыларының башҡортса яҙылған материалдары әҙер ине. Денис Фәттәхов, Данил Тимер­ғазин, Әмир Сафин, Алина Аллаярова, Шакира Хәйҙәршина һәм Ратмир Ғәзизов менән Арина Шәйнурованың һүрәттәре уңышлы килеп сыҡты. Шулай уҡ Данил Шакиров, Алина Матшина һәм Эльвина Ғилмийәровалар ҙа ныҡ тырышты. Оло апалары уларҙы ҡарап-тикшереп сыҡҡас, ярат­ҡан гәзитебеҙ«Йәншишмә»гә лә ебәрергә тәҡдим итте. Кескәйҙәр быға бик теләп ризалашты, үҙҙәренең эштәре менән фотоға ла төштө. Уҡыусылар ижад емештәрен интернет селтәре аша ҡалала йәшәүселәргә лә еткерҙе.
Гөлназ ҒАРИПОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Нефтекама ҡалаһы.

Комментариев нет :

Отправить комментарий