01 02

СКОРОГОВОРКИ (ТИҘӘЙТКЕСТӘР)



А хәрефе алмала,
А хәрефе ағаста,
А хәрефен яратабыҙ,
Өйрәнәбеҙ  иң башта.


Вагондар уҙып бара,
Вәли ҡул болғап ҡала.

Выж-выж, выж-выж,
Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,
Вертолетта – Вәкил, Вәсил,
Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит

*Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ.
Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.
Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,
Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.

*Ҡар кеүек аҡ айыуҙар
Ҡар өҫтөндә аунайҙар.

*Ҙур йорттар һала-һала,                      Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,
Ҙур булып үҫте ҡала.                            Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.



Баҫма, тиһәң, баҫалар,                  Аҫмалы баҫма,
Был ни нәмә, балалар?           Һин яҙа баҫма!

*Әсәйемде һағынып көттөм,
Ҡасан эштән ҡайтыр икән?
Өҫтәлде лә үҙем һөрттөм,
Уйнай торғас, арып бөттөм.
Ҡурсағым да йоҡлай күптән,
Ә мин әсәйемде көтәм.

*Леп-леп оса күбәләк,
Гөлдән гөлгә үрмәләп,
Уның ҡунған сәскәһе
Ниндәй матур, түңәрәк.

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.


Һоло һалдым ҡолонға,                        Һары сәскә атты көнбағыш,
Сапмаһын тип болонға.                      Һары нурға батты көнбайыш.

2 комментария :