01 02

13 июля 2015 г.

АТА-ӘСӘЛӘР МЕНӘН БЕРЛЕКТӘ

   
Уҡытыусы, ғаилә, йәмғиәт бала тәрбиәләүҙә хеҙмәттәшлек итһә генә, төрлө яҡлап үҫешкән, рухлы, ватансылыҡ тойғоһо формалашҡан шәхес тәрбиәләргә мөмкин. Уҡытыусы белем биреүсе, тәрбиәсе генә түгел, ә ата-әсәләрҙең тиң хоҡуҡлы партнеры булһа, ата-әсәләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла беҙҙең партнерыбыҙ.

Шул йәһәттән ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, балаларҙа туған телдең илаһи моңдарына һөйөү уятыу, ысын күңелдән урғылған туған моң ярҙамында балаларҙы тәрбиәләү маҡсатында, ата-әсәләр менән берлектә инде икенсе йыл рәттән “Дарман” йыр бәйгеһе үткәрәбеҙ. 

******************************************************




Шәжәрә ағасын төҙөү - элек-электән килгән изге йола. Һәр ғаилә үҙ тамырҙарын белергә бурыслы. Ошо маҡсатта ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияһында  халҡыбыҙҙың күркәм йолаларының береһе – Шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ата-бабаларын онотмаҫҡа, ете быуынын белеп, ололарға ихтирамлы, кешелекле, кеселекле булырға өйрәткән сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Рәмил ҡыҙы ойошторҙо.

*********************************************************************************

Комментариев нет :

Отправить комментарий