01 02

28 января 2015 г.

Башҡорт гимназияһының тырыш уҡыусылары




Ҡышҡы каникул ваҡытын бик отошло һәм күңелле үткәреп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Башҡортостан тәбиғәтенең был миҙгелдәге матурлығын әйтеп тормаһаҡ та ярайҙыр.

    Беҙ ҙә, башҡорт гимназия уҡыусылары менән тиҙ генә сумаҙандарыбыҙҙы йыйҙыҡ та Өфө ҡалаһына йүнәлдек. Төрлө музейҙарҙа булдыҡ, “Нур” театрына барҙыҡ. Был сәйәхәт беҙгә күп асыштар бирҙе. Уҡыусылар автобустан ҡала пейзажына һоҡланып барғанда, баш ҡалабыҙҙың бигерәк матурланып киткәнен әйтеп киттеләр һәм шуныһы улар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды: реклама щиттарында башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренән цитаталар яҙылған ине. Улар өсөн был ҙур асыш булды. Ни эшләп беҙ алдараҡ ошо матур, әһәмиәтле һүҙҙәрҙе халыҡҡа еткермәнек икән тигән уйға баттылар. Тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтҡас, башланғыс класс уҡыусыларына үҙҙәренең уй-кисерештәре менән таныштырҙылар һәм улар бергәләп “Мин башҡортса аңлайым” тигән проект төҙөргә тәҡдим иттеләр. Иң актив уҡыусылар Суфиянова Ирина, Сафина Миләүшә, Миңлемөхәмәтова Алһыу башланғыс класс уҡыусылары менән ҡала урамдары буйлап сәйәхәткә сыҡтылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡортса яҙылған реклама щиттарын осратманылар. Берҙәм итеп уны үҙҙәре уйлап табырға  һәм ҡала кешеләренә тәҡдим итергә уйланылар. Үҙҙәренең эштәрен гәзит, журнал биттәре, интернет селтәре аша еткерергә уйланылар. Һеҙгә лә уларҙы  күрһәтеп китергә булдыҡ.

Нефтекама ҡалаһы, башҡорт гимназияныһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғарипова Гөлназ Рузиловна

Комментариев нет :

Отправить комментарий