01 02

12 мая 2015 г.

Беҙҙекеләр афарин!

Тимербаев Малик һәм Аллаярова Алина - буласаҡ журналистар!

Аллаярова Алинаның иншаһы "Йәншишмә" гәзитендә баҫылып сыҡты. Афарин, Алина!



 “                    
      “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!”
    Минең өләсәйемдең атаһы Сабирйән Наиб Борһан улы Бөйөк Ватан һуғышынан аяҡһыҙ ҡайтҡан. Ул көндәлек алып барған. Унда ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙылған: 9-нсы май, 1945 йыл. Шаршамбы. 9-сы майға ҡаршы төнгө сәғәт 2 –лә радио аша хәбәр килде: “Германияның командованиеһы еңелеүен таныған! Бөгөн бөтә Советтар илендә шатлыҡлы Еңеү байрамы!”
   Минең ғаиләнән 4 кеше һуғышта көрәшеп иҫән ҡайтҡандар. Улар беҙгә тыныс тормош өсөн күп көс, ҡан түккәндәр.
   Беҙ был турала бер ҡасан да онотмайынса лайыҡлы тормошта йәшәргә тейешбеҙ!
                                                                 Аллаярова Алина , 2 б класс уҡыусыһы

29 апреля 2015 г.

"Ҡоштар ҡайта"(иншаға әҙерлек эше )

"Ҡоштар ҡайта" (инша яҙырға әҙерлек эше):
1. Яҙын иң беренсе булып беҙҙең яҡтарға ниндәй ҡоштар ҡайта?
2. Уларҙан һуң ниндәй ҡоштар ҡайта?
3. Ни өсөн беҙ ҡоштарҙы "ҡанатлы дуҫтарыбыҙ" тип йөрөтәбеҙ?
4. Ҡоштарҙың кешегә, тәбиғәткә килтергән файҙаһы тураһында яҙ.