01 02

7 ноября 2016 г.

3 Б класы уҡыусыһы Ситдиҡов Айнурҙың "Тыуған еремде данлайым" тигән темаға иншаһы

    Танышайыҡ – мин Айнур. Һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға яратам. Гәзит-журналдарҙы ла яратып уҡыйым. Дуҫтарым да күп минең, аралашырға яратам. Былтыр журнал аша бер малай менән таныштым, уның менән хат алыша башланым.
Яңы дуҫымдың исеме Кирилл. Ул Мәскәү ҡалаһынан. Үҙенең ҡалаһы тураһында матур итеп яҙған, хатта үҙемде унда барып ҡайтҡан кеүек тойҙом. “Ә һинең тыуған яғың ниндәй? Һеҙҙең яҡтарҙа бер ҙә булғаным юҡ” – тигән һүҙҙәрен уҡығас, уйға ҡалдым. Минең тыуған республикам, ҡалам тураһында уны ҡыҙыштырырлыҡ итеп нисек яҙырға һуң? Тыуған яҡтың матурлығын һүҙҙәр менән еткереп буламы икән кешегә? Тырышып ҡараным инде, булғандыр, тип уйлайым. Үҙем яҙам, ә күҙ алдымда ошондай һүрәттәр барлыҡҡа килә: ҡуйы урмандар - йәйен ауылға ҡайтҡас, унда еләккә, утынға бармай ҡалмайбыҙ. Таҙа һыулы йылғалар – эҫе көндәрҙә малайҙар менән һыуҙан сыҡмайбыҙ. Йомшаҡ үләнле болондар – йыл һайын олатайымдар менән бесәнгә төшәбеҙ. Беҙҙең ауылда тау ҙа бар. Уның итәгендә йыл һайын еләк бешә... Тыуған яғымдың байлығын һанап бөтөрөрлөк түгел!
     Ә мин тыуып үҫкән Нефтекамам көндән-көн матурая бара, үҫә. Бер ҡаланан да кәм түгел! Икенсе ҡалаға йәки ауылға ҡунаҡҡа барһам, өсөнсө көндө үк Нефтекамаға ҡайтаһы килә башлай, һағынам тыуған ҡаламды. Ҡалам нефткә бай икәнен иҫбатларға ла кәрәкмәй, исеменән үк күренеп тора.
     Ә был Кирилл беҙҙең башҡорт балын ашағаны бар микән? Юҡтыр әле! Йүкә, сәскә балы айырыуса тәмле, телеңде йоторлоҡ!
    Халҡыбыҙ ҙа бик ҡунаҡсыл, төрлө милләт кешеләре аралашып татыу, берҙәм йәшәп ята.

    Шулай итеп, тыуған яғымдан да матурыраҡ, ҡәҙерлерәк урын юҡтыр донъяла. Булһа ла, минең өсөн түгел. Яңы дуҫымды ҡыҙыштырырлыҡ һүҙҙәр таптым шикелле. Һүҙҙәремә ышанмаһа, ҡунаҡҡа килһен, минең тыуған яғымдың матурлығын үҙ күҙҙәре менән күрһен!

Комментариев нет :

Отправить комментарий